Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 12:45

Улы атаһының башына еткән...

2005 йылдың апрелендә Мәләүез районының Ергән ауылында 14 йәшлек үҫмер менән уның атаһы араһында ыҙғыш сыҡҡан - ир улының дәрес ҡалдырыуына асыуланған. Был ыҙғыш фажиғәле тамамлана: улы атаһының башына бер нисә тапҡыр балта менән һуғып, уны үлтерә лә, кәүҙәһен тимер йәшниккә һалып, баҡсаға күмә. 

Улы атаһының башына еткән...
Улы атаһының башына еткән...

Өс йыл үткәс, бер туған өлкән ағаһы үлгәндән һуң, егет был турала әсәһенә һөйләй. Әсә кеше балаһын йәлләп, уның ҡот осҡос енәйәте хаҡында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итмәй. Туғандарына, таныштарына, ғаилә башлығы бурыстары арҡаһында өйҙән сығып китте, тип һөйләйҙәр.

Атаһын үлтергән егет өйләнә, ғаиләһе менән Санкт-Петербург ҡалаһына күсә. Күпмелер ваҡыттан һуң уны ҡатынын үлтерергә маташҡаны өсөн хөкөм итәләр. Иреккә сыҡҡан ир элекке ҡатынының яңы ире менән танышып, уның менән бергә эсеп ултырғанда атаһын үлтереүе хаҡында бәйән итә. Танышы ишеткәндәрен йәшереп тормай, полицияға еткерә. 

Ир үҙ ғәйебен таныған, әлеге ваҡытта ул һаҡ аҫтында. Тиҙҙән енәйәт эшен судта ҡараясаҡтар, тип яҙа БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: