Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 21:00

Төшкә инә...

Төшкә инде ҡатынымдың Яңы буласаҡ ире. Үҙем һуғыш яланында Ятамын... әллә тере?   Ире шундай һәйбәт икән, Шуға, имеш, шатланам – Тфү, үҙем әле һаман да Ябаймын, бер ҡатлымын.   Мыйыҡ үҫтерә икән, Йәм-йәшел генә күҙле. Минең кеүек уҫал түгел, Түгел артыҡ күп һүҙле.   Кеҫәһе лә ҡалын икән, Ҡатын күпкә йәшәргән. Бурыстарҙан баш сыҡманы, Хәҙер рәхәт йәшәрҙәр.   Ҡатынымды уста ғына Йөрөтә, тим, күтәреп. Ошондай ир хаҡында Хыяллана күптәре.   Минең ҡатын бағырға Ваҡытым булманы һис. Ҡол кеүек хужаларға Бил бөктөм иртәнән кис.   Тик ниндәйҙер хәйләлек Бөркә ирҙең ҡарашы. Шулай төшөмә инде Ғаиләмдең яҙмышы.   Төштөң дә бит ниндәйе, Булһа ине йүнлерәк. Йоҡо аралаш табанға Төшкәндәй булды йөрәк.   Ҡайғырмаҫ инем улар Киткәненә парлашып. Әйттем бит, бер мәкерлек Бөркә ирҙең ҡарашы.   Ир эшлекле, ҡулынан Төшмәй сүкеш, бысҡыһы. Улдарым да янында Уйнап йөрөй ҡысҡырып.   Йәне көйһә, ҡайыш менән Эләктереп тә ала. Улар йәнә сәрелдәшә, Бала тиһәң дә бала.   Түҙмәне ир, бикләп ҡуйҙы Икеһен һалҡын баҙға. Артабанын яҙыуы ла Ҡурҡыныс бит ҡағыҙға.   Әсәй өйҙә юҡ, атай Ятып ҡалған һуғышта. Ят ир шешәләш менән Күңел аса ҡыуышта.   Ҡәберлекте йырып сығып Тороп баҫырҙай булдым. Шартлағандан ҡайҙалығын Тапманым аяҡ-ҡулдың.   Шулай тәмһеҙ яҙғанға Үпкәләмә, уҡыусым. Был мәғәнәһеҙ төштән Ярһыуымдың юҡ осо.   ...Әсәләре сабыйҙарҙы Баҙҙан сығарған асып. Ир ҡайтып ҡул күтәргәс, Өйҙән киткәндәр ҡасып.   Әле ҡайҙа йөрөйҙәрҙер?.. Өҙөлдө шунда төшөм. Әллә төш күрҙем, әллә Яҙмышымдың өлөшөн?   Таңдан тәҙрәгә бағып, Юрайым изгелеккә. Асыҡтан-асыҡ миҫал Булмаһын һиҙгерлеккә.     Авторы билдәһеҙ.

Төшкә инә...
Төшкә инә...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: