Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 16:40

Шифахана-курортта дауаланыуға юллама алыуға кем хоҡуҡлы

Шифахана-курортта дауаланыуға юллама алыуға кем хоҡуҡлы - Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе аңлата.

Шифахана-курортта дауаланыуға юллама алыуға кем хоҡуҡлы
Шифахана-курортта дауаланыуға юллама алыуға кем хоҡуҡлы

Дәүләттең социаль ярҙамы тураһындағы федераль законға ярашлы, шифахана-курортта бушлай дауаланыуға түбәндәгеләр хоҡуҡлы:
  һуғыш инвалидтары;
  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;
  хәрби хәрәкәт ветерандары;
  1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклем алты айҙан да кәм булмаған осорҙа хәрәкәт итеүсе армия составына инмәгән хәрби частарҙа, учреждениеларҙа, хәрби-уҡыу йорттарында хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәр, күрһәтелгән осорҙа хеҙмәт иткәне өсөн СССР-ҙың орден йәки миҙалы менән бүләкләнгән хәрби хеҙмәткәрҙәр;
  «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән кешеләр;
  Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һауа һөжүменә ҡаршы оборона, һауа һөжүменә ҡаршы урындағы оборона объекттарында, һаҡланыу ҡоролмалары, хәрби-диңгеҙ базалары, аэродромдар һәм хәрәкәт иткән фронттарҙың тыл сиктәрендә, ғәмәлдәге флоттарҙың операция алып барған зоналарында башҡа хәрби объекттар төҙөлөшөндә эшләгән кешеләр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда башҡа дәүләт порттарында тотҡонда булған транспорт флоты суднолары ағзалары;
  һәләк булған (үлгән) һуғыш инвалидтарының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм хәрби хәрәкәт ветерандарының ғаилә ағзалары, Бөйөк Ватан һуғышында һауа һөжүменә ҡаршы урындағы оборонаның объект һәм авария командаларының үҙ-үҙен һаҡлаусы төркөмдәренең личный составындағы һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары, шулай уҡ Ленинград ҡалаһы госпиталдәре һәм дауаханаларының һәләк булған хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары;
  инвалидтар;
  инвалид балалар;
  Чернобыль атом электр станцияһындағы фажиғә, шулай уҡ Семипалатинск полигонындағы ядро ҡоралын һынау һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булған кешеләр һәм уларға тиңләштерелгән граждандар.

Шифахана-курорттарҙа бушлай дауаланыу хоҡуғы төп сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында медицина күрһәтмәләре булған осраҡта ғына бирелә.

1999 йылдың 17 июлендәге «Дәүләт социаль ярҙамы тураһында»ғы 178-се федераль закон http://www.consultant.ru/document/cons_doc_LAW_23735/

Ташламаға эйә булғандар ҡала-ара транспортында бушлай йөрөү тураһында нимә белергә тейеш? Ошо хаҡта киләһе яҙмаларҙа һөйләрбеҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: