Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 18:39

Шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы күрһәтелерме?

Һүҙ эттәр өсөн приюттар тураһында бара.

Шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы күрһәтелерме?
Шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы күрһәтелерме?

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты «Башҡортостан Республикаһында хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» БР законы проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләне, тип яҙалар парламенттың рәсми сайтында.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекты тарафынан хайуандар өсөн шәхси приюттарға дәүләт ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеге ҡарала. Дәүләт ярҙамы шәхси башланғыстарҙы дәртләндерәсәк. Шәхси эт приюттары системаһы кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янаусы берәҙәк эттәрҙең һанын кәметәсәк.

Закон проектының тексына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһында ойошторолоусы приюттар дәүләттеке, муниципаль, шулай уҡ шәхси була ала. Бынан тыш, шәхси приюттарҙың хужаларына дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелә ала.

Законды декабрь айындағы пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү күҙаллана.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: