+9 °С
Болотло
Тәүҙә телде йыуып, майҙарын алып, яй ғына утта 2– 4 сәғәт бешерәбеҙ. Әҙер булырға бер сәғәт ҡалғас, тоҙ, кишер, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы һалып ҡайнатабыҙ.
Бешкән телде алып, һыуыҡ һыу аҫтында уның тиреһен һыҙырып алабыҙ ҙа, һурпала тағы ла биш минут ҡайнатып алабыҙ. Артабан телемләп киҫеп, йәйенке һауытҡа һалабыҙ, һыуытабыҙ. Һурпаны һөҙөп, желатинды иретеп, телдең өҫтөнә ҡойоп ,һыуытырға ҡуябыҙ. Ризыҡтың өҫтөн бешкән кишер, йомортҡа , йәшел борсаҡ менән биҙәргә була.