-5 °С
Болотло
Крахмал составында холин, С, РР витаминдары, углеводтар,тимер бар.
1 аш ҡалағы картуф крахмалын 1 стакан һыуҙа иретергә. Өҫтөнә 0,5 л ҡайнар һыу һалып, ҡуйырғансы талғын утта ҡайнатырға. Уға 5 аш ҡалағы кишер һуты (бал менән алмаштырырға ла була), 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ өҫтәргә. Яҡшылап болғатып, биткә һылап, 20–25 минут тоторға. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Битлекте һыуытҡыста өс көн һаҡлап була.