Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь 2022, 14:00

«Көнсығыш экспресс»ы маршрутын оҙайтыу һәм көндәлек итеү күҙаллана

Өфө-Айғыр «Көнсығыш экспресс»ы маршруты декабрҙән Белоретҡа тиклем йөрөйәсәк. Был хаҡта 29 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов хәбәр итте.

«Көнсығыш экспресс»ы маршрутын оҙайтыу һәм көндәлек итеү күҙаллана
«Көнсығыш экспресс»ы маршрутын оҙайтыу һәм көндәлек итеү күҙаллана

Бынан тыш, чиновник һүҙҙәренсә, поезд көн һайын йөрөйәсәк. Был республикала йәшәүселәргә автомобиль юлдары һәм тимер юл транспорты араһында һайларға мөмкинлек бирәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: