Был турала "Өфө" халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев Хөкүмәттәге кәңәшмәлә белдерҙе.
Шулай уҡ Минскиға һәм Тель-Авивҡа ла маршрут асыу мөмкинлеге тикшерелә.
БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең аэропорт төрлө төбәккә авиабәйләнеш ойоштороу буйынса әүҙем эшләй.
- Беҙҙең бурыс - республика халҡына Рәсәйгә һәм сит илдәргә барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Уҡыусыларға ла сәйәхәттәр ойоштороу мөһим. Рәсәй тимер юлдары менән дә берлектә эшләргә тырышабыҙ, уртаҡ проекттар бар, - тине республика етәксеһе.