Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 15:03

Һыйыр итенең килоһы – 500 һум

Ҡиммәтме, арзанмы?

Һыйыр итенең килоһы – 500 һум
Һыйыр итенең килоһы – 500 һум

“Һәр шәмбе "Континент" сауҙа үҙәге биләмәһендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһендә һөт ризыҡтарына, башҡа аҙыҡ-түлеккә һәм тауарҙарға хаҡтар үҙгәрмәне.Ә бына иткә хаҡтарҙың кәмеүе күҙәтелде.Мәҫәлән, һыйыр итен 350-500 һум менән һатып алырға мөмкин булды.Йылҡы итенең килограмына 450-550 һум һоранылар.Бер тоҡ арпаны - 500, бойҙайҙы 600 һумға һаттылар,” - тип яҙа Азамат Мөхәмәтшин “Һаҡмар” гәзитендә. Ә бына Ейәнсуранан хәбәр итеүҙәренсә, ауылдарҙа  артҡы ботто 420 һумға, ҡабырғаны 400 һумға алырға була. Күгәрсен районында иһә таныштарҙан боттоң килоһын 450, ҡабырғаны 420 һум менән алырға тип килештек. Ә һеҙҙең яҡта иттең хаҡы күпме тора? Комментарийҙарҙа яҙһағыҙ, һатып алыусыларға ла, һатыусыларға ла бик файҙалы булыр ине.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: