Иртәнсәк Архангел районында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 87-се саҡрымында, ҡар яуған мәлдә Белореттан 39 йәшлек ҡатын "Лада Ларгус" машинаһында юл кәртәһенә барып бәрелгән. Водитель менән уның 15 йәшлек улы дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт осрағы буйынса тикшереү бара.
Хөрмәтле водителдәр, ҡар яуғанда һаҡ булығыҙ. Тиҙлек режимын, юл билдәләре талаптарын үтәгеҙ.
Фото: БР ЮХХДИ.