Салатты әҙерләү өсөн тауыҡ ите, шампиньон бәшмәге, бер баш һуған, 160 грамм ҡыҙыл фасоль, ике йомортҡа, майонез кәрәк.
Кистән фасолгә һыу ҡойоп ҡуябыҙ, бүртеп сығырға тейеш. Иртәнсәк әҙер булғансы бешерәбеҙ. Артабан тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп һыуытабыҙ. Биҙәү өсөн бәшмәктәрҙе дүрткә бүләбеҙ. Ә башҡа бәшмәктәрҙе һалам формаһында турап, тоҙ һалып, һуған менән бергә ҡыҙҙырабыҙ. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ. Ҡатлап һала башлайбыҙ.
Беренсе ҡатына - ит, майонез. Икенсегә - ҡурылған бәшмәк менән һуған, майонез. Өсөнсөгә - фасоль, майонез. Дүртенсегә – йомортҡа. Был ҡатҡа фасоль ҡушырға мөмкин. Артабан салатты ҡалған бәшмәк менән биҙәп, ике сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып ҡуябыҙ.
Фото: novyefoto.ru