Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 10:40

Тәүлек эсендә Өфөнән 10 мең кубометр ҡар сығарылған

Уҙған тәүлектә Өфөнән 10 038 кубометр ҡар сығарылған, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Тәүлек эсендә Өфөнән 10 мең кубометр ҡар сығарылған
Тәүлек эсендә Өфөнән 10 мең кубометр ҡар сығарылған

Бынан тыш, эшселәр 437,1 т боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар ҡулланған, шулай уҡ урамдарҙан һәм ихаталарҙан 7 028 кубометр сүп-сар сығарған.

 

28 ноябрҙә көндөҙгө сменаға Өфөнө таҙартыуға 231 берәмек техника һәм 447 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: