Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 16:15

Маҡсат - төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу

Бөгөн Ырымбурҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты. 

Маҡсат -  төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу
Маҡсат - төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу

 Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, шул иҫәптән транспорт һәм юл инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. - Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл бәйләнеше яҡшы темптар менән үҫешә. Пассажирҙарға «Орлан» заманса һәм уңайлы поезы бик оҡшай. Был шул иҫәптән эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә, - тине Радий Хәбиров. Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең яҡшы потенциалын билдәләне.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: