Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 09:00

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 28 ноябрҙә, Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ-көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –14–19, аяҙытҡанда 22–27 градус һалҡын була. Көндөҙ термометр бағанаһы – 12–17 градус күрһәтәсәк.

 

Шишәмбе, 29 ноябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел тотороҡһоҙ талғын. Һауа температураһы төндә  – 17–22, урыны менән 25–30 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ – 12 –17, урыны менән 22 градус һалҡын булыуы фаразлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: