Уны ата-әсәһенең фатирында табалар. Шыр иҫерек егет үҙен агрессив тотҡан, полиция хеҙмәткәрен кәмһеткән, сүкеш менән һелтәнеп уға янаған, балкон тәҙрәһен ватҡан. Ҡасырға маташып, кер бауына тотоноп, ҡыйыҡҡа менгән, сарлаҡта йәшеренгән. Уны шунда тотҡандар ҙа инде. 25 йәшлек егет административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, шулай уҡ уға ҡарата Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлегенә тапшырыласаҡ материалдар йыйылған. Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте яҙа.
Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең матбуғат хеҙмәте.