29 ноябрҙәге акцияла Башҡортостан да ҡатнаша, дәүләт хеҙмәткәрҙәре буккаль эпителий йыйыу өсөн өлгө тапшырасаҡ һәм елек (костный мозг) донорҙары Милли регистрын тулыландырыуға өлөш индерәсәк.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был акцияла ҡатнашырға саҡыра. Донорҙар исемлегенә инеү өсөн ошонда ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.