Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 17:39

Дебат уйындары финалында кемдәр еңде?

Өфө ҡалаһындағы Рәми  Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында  «Аҫылташ» башҡорт телендә дебат уйындарының финалы үтте.

Дебат уйындары финалында кемдәр еңде?
Дебат уйындары финалында кемдәр еңде?

Уны йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы, «Новые Люди» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора. Проект Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Чемпионаттың һайлап алыу турҙары Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһында, 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһында һәм Фатима Мостафина исемендәге 20-се  ҡала башҡорт гимназияһында уҙғарылды.

Финал уйынында командалар ошондай һөҙөмтәгә иреште:

беренсе урын — Азалия Ишкинина һәм Руфина Мөхәмәтдинова (Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы),

икенсе урын — Тимур Байбурин һәм Булат Татлыбаев (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы),
Ләйлә Юлғотлина һәм Ирхан Хисаметдинов (шул уҡ гимназия)
өсөнсө урын — Надир Нафиҡов һәм Баязит Кәримов (Фатима  Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы)

«Иң яҡшы спикер» номинацияһына Тимур Байбурин лайыҡ булды.

«Иң яҡшы фекер» номинацияһына 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияның командаһы лайыҡ булды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в