- Республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге беҙҙең тауарҙарҙы халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарҙа таратыу эшен алып бара. 2020 йылдан алып "Экспортсының һанлы паспорты" проекты эшләй. Уның буйынса 104 кесе һәм уртаса бизнес субъекты халыҡ-ара маркетплейстарҙа таратыу өсөн инглиз телендәге мультимедиалы һанлы документ алды, - тине бының турала БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Секциялар барышында компаниялар тауарҙарҙы сит илгә оҙатыу, маркетплейстарҙа урынлаштырыу, глобаль күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу кеүек һорауҙар буйынса кәңәш-консультациялар бирелде.
- Был эштең һөҙөмтәләре лә юҡ түгел. Онлайн-күргәҙмә мәлендә потенциаль һатып алыусылар башҡорт етештереүселәренең продукцияһы менән ҡыҙыҡһынды. Әле улар коммерция юҫығында үҙ-ара мөнәсәбәткә ингән, - тине Маргарита Болычева.