Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 17:06

Бөтә Рәсәй экологик диктанты 4 декабргә тиклем оҙайтылды

Йыл һайын үткәрелгән Бөтә Рәсәй экологик диктанты 4 декабргә тиклем оҙайтылды. Теләге булған һәр кем үҙенең экологик белемен тикшерә ала.

Бөтә Рәсәй экологик диктанты 4 декабргә тиклем оҙайтылды
Бөтә Рәсәй экологик диктанты 4 декабргә тиклем оҙайтылды

Ҡатнашыу өсөн экодиктанттың сайтында https://экодиктант.рус/ теркәлеү мотлаҡ. 45 минут эсендә 25 тест һорауына яуап бирергә кәрәк. Диктантҡа порталда әҙерләнергә мөмкин. Унда  балаларға ла, өлкәндәргә лә, шул иҫәптән экологтарға ла танып белеү эколекциялар бар.

Экодиктант - ул экологик мәҙәниәтте формалаштырыуға, экологик белемде популярлаштырыуға һәм экологик белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән йыл һайын үткәрелеүсе проект. Сара экологик тәрбиә биреүҙе, кешенең тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән "Экология" милли проекты маҡсаттарына ирешеүгә булышлыҡ итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: