Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Ноябрь 2022, 19:37

Һары мәтрүшкә микробтарҙы үлтерә

Һары мәтрүшкә —  тәбиғи антибиотик.  Унан да яҡшы микробтарға һәм ялҡынһыныуға ҡаршы тороу сараһы юҡ.

Һары мәтрүшкә микробтарҙы үлтерә
Һары мәтрүшкә микробтарҙы үлтерә

     Кемдәр ангина, хроник тонзиллит менән яфалана, уларға һары мәтрүшкә менән  тамаҡты сайҡатыуҙың файҙаһы тейер. Бер ҡалаҡ киптерелгән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, быу өҫтөндә 15 минут тоторға һәм 40 минут самаһы һыуынғанын көтөргә. Һыуытыу өсөн  махсус рәүештә һыуытҡысҡа йә башҡа берәй һыуыҡ урынға ҡуйырға кәрәкмәй.  Һыуынғас һөҙөп алып, прополистың 10 процентлы спиртлы төнәтмәһен өҫтәргә (ярты стаканға – яҡынса 30 тамсы). Йылы төнәтмә менән көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡатырға.  Шифалы төнәтмә тамаҡтың шешеүен, ялҡынһыныуын, ҡыҙарыуын бик тиҙ бөтөрә.  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: