* Был емеште һөнәре аҡыл эше менән бәйле булған ижад кешеләренә – яҙыусыларға, шағирҙарға, композиторҙарға, рәссамдарға һәм шулай уҡ эшҡыуарҙарға ашарға кәңәш ителә.
* Юғары температура, ангина, ауыҙ ҡыуышлығы инфекцияһы, бронхит булғанда бер ҡалаҡ ваҡланған емешкә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта ҡайнатырға. Һыуынғас, һөҙөп алып, көнөнә дүрт тапҡыр эсергә.
* Хәлһеҙлек, арыу йонсотҡанда, нервылар ҡаҡшағанда дүрт – биш емешен бер стакан йылы һыуҙа төнәтеп, ҡырып, көнөнә 2 – 4 тапҡыр ашарға.
Цистит, пиелонефрит, ауыртынып кесе ярау иткәндә өс – биш емешенә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта ҡайнатырға һәм яҡшы итеп иҙеп, көн дауамында ашарға.
* Туҡлыҡлы һәм файҙалы салат
Бутерброд һәм йомортҡа урынына көнөнә бер тапҡыр инжир менән салат ашаһағыҙ, көнө буйы туҡ йөрөрһөгөҙ, йөрәккә лә еңел булыр. Салат өсөн 300 г инжир, 150 г ҡара емеш, 2,5 ҡалаҡ миндаль, бер стакан кефир һәм әфлисун ҡабығы кәрәк. Ҡара емеште һыуҙа ебетеп, инжир менән яҡшы итеп йыуырға һәм нәҙек кенә киҫәктәргә турарға. Миндалде ҡайнар һыу менән бешекләп, ҡабығын әрсергә һәм ваҡларға. Барыһын бергә бутап, ҡырғыстан үткәрелгән әфлисун ҡабығы һибергә һәм өҫтөнә кефир ҡойорға. Шәкәр ҡушырға кәрәкмәй.