– Күргәҙмәнең беренсе көнөндә компаниялар Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Германия, Иран менән 30-ҙан ашыу осрашыу үткәрҙе. Халыҡ-ара партнерҙар беҙҙәге ауыл хужалығы тауарҙарына ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.
Үзбәкстандың ауыл хужалығы сараһында Башҡортостандан биш етештереүсе ҡатнаша: умартасылыҡ тауарҙары менән В.Хәзиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы, эшкәртелгән ауыл хужалығы һәм һөт сәнәғәте тауарҙары менән “Дуҫтар” сауҙа йорто” йәмғиәте, ауыл хужалығы һәм умартасылыҡ тауарҙары менән А.Минһажевтың крәҫтиән (фермер) хужалығы, ҙур һәм түбән етештереүсәнлекле һыу әйләнеше системаһы менән “Модерн Петролиум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, иген культуралары һәм уларҙан эшкәртелгән тауарҙар менән “Профтечник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.