Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2022, 14:50

Тырнаҡ буяу ҡурҡынысмы?

  Матурлыҡ салондарында тырнаҡҡа маникюр яһау, буяу ВИЧ, стафилококк, стрептококк, гепатит кеүек ҡан аша күскән вирустар йоҡтороу хәүефе булыуы менән ҡурҡыныс.

Тырнаҡ буяу ҡурҡынысмы?
Тырнаҡ буяу ҡурҡынысмы?

Әгәр ҙә инструменттар тейешенсә дезинфекцияланмаған икән, бәшмәк ауырыуҙары ла эләктереүегеҙ ихтимал.

Хәҙер тырнаҡ үҫтереү, тырнаҡты  гель-лак менән ҡаплатыу модала. Уларҙың икеһендә лә экологик яҡтан таҙа булмаған материалдар, киптереү процесында ультрафиолет лампа ҡулланалар. Табиптар был аппарат бүлеп сығарған нурҙар тире яман шешен барлыҡҡа килтереүен иҫбатлаған. Гель-лак тырнаҡ пластиналарына зыян килтерә, структураһын боҙа. Шуға ла матур маникюрҙарҙан бер аҙ “ял итеп” тә алығыҙ.

 

Фото: -tendencii.com

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: