Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2022, 16:00

Селен етмәһә...

Организмда селен минералы етерлекме? Тикшереп ҡарағыҙ.  

Селен етмәһә...
Селен етмәһә...

 

Бының өсөн водород перекисы кәрәк була. Уны бармаҡ осона тамыҙығыҙ ҙа, тире менән реакцияға ингәнен ҡарағыҙ.

Әгәр ҙә һеҙҙә селен етерлек икән, ул төҫөн үҙгәртмәй.

Әгәр ҙә бармаҡ бите аҡ төҫкә инә икән, селен минералы организмда түбән, йә норманың аҫҡы сигендә.

 

Тулыраҡ белеү өсөн  анализ бирергә һәм ни тиклем етмәгәнен асыҡлап,  витаминдар ҡабул итергә кәрәк.

Селен ит, балыҡ, диңгеҙ продукттарында, ярмаларҙа, һөттә, кәбеҫтә, брокколи, спаржа, бәшмәк, сәтләүек, көнбағыш , кунжут , йомортҡала күп.
Селен – ҡеүәтле антоксидант. Ул ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген көйләй, иммунитетты һәм кешенең репродуктив функцияларын яҡшырта.

Сәләмәт булығыҙ!

 

Фото: zdravbud.net

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: