Рельеф өҫтөнән осоусы платформа. Бөгөн был бик кәрәкле техника икән. Сөнки махсус хәрби операциянан күренеүенсә, кешене һәм йөктәрҙе ташыу, күсереү тиҙлеге һүлпәнерәк. Белгестәр һуғыштың үтә тиҙәйеүен билдәләй. Һәм, ошо шарттарҙа артыҡ ҡиммәт булмаған ташыусы техника кәрәк. Осоусы платформа тап шулай буласаҡ: ул тулы ҡеүәттәге авиация комплексы ла булмаясаҡ, хеҙмәтләндереү өсөн юғары квалификациялы техниктар ҙа кәрәкмәй, ә бары тик двигателдәр ярҙамында өҫкә күтәрелеп, рельеф буйынса осасаҡ. Тимәк, ябай техник талаптарға яраҡлаштырылып эшләнәсәк. Осоусы машинаның прототибы 2025 йылдан һуң барлыҡҡа киләсәк икән.