Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2022, 22:00

Үҙмәшғүлдәргә ҡайҙа сауҙа итергә?

Үҙмәшғүл эшҡыуарҙарға йәрминкәләрҙә һәм фестивалдәрҙә сауҙа итергә рөхсәт ителәме?

Үҙмәшғүлдәргә ҡайҙа сауҙа итергә?
Үҙмәшғүлдәргә ҡайҙа сауҙа итергә?



Үҙмәшғүлдәр етештергән продукцияһын шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән ял көндәрендә ойошторолған йәрминкәләрҙәге һәм фестивалдәрҙәге ваҡытлыса павильондарҙа һата ала.

Был аграр секторҙағы үҙмәшғүлдәр өсөн яңы мөмкинлек. Уларға етештергән продукцияһын - һөт, ит, йәшелсә, йәшел тәмләткестәр һатыу өсөн өҫтәмә юл. Ә ҡулланыусылар өсөн - осһоҙ хаҡҡа аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге.

Кем үҙмәшғүл статусын алырға мөмкин?

Йылына 2,4 миллион һумға тиклем килем алған һәм хеҙмәткәрҙәр ялламаған кешеләр. Продукция етештергән йәки хеҙмәт күрһәткәндәр. Бының өсөн рәсми сайт, мобиль ҡушымта йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һалым хеҙмәтендә теркәлергә кәрәк.

Үҙмәшғүлдәр ташламалы ставка буйынса һалым түләй. Физик берәмектәр өсөн ул 4 процент тәшкил итә.

Үҙмәшғүл булараҡ теркәлеү өсөн һалым хеҙмәте сайтында vk.cc/a3Vb6b, Android өсөн «Минең һалым» ҡушымтаһында vk.cc/94mBuv йә iOS системаһында vk.cc/aqthV6 йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша vk.cc/cgk5ga ғариза бирергә кәрәк.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 2 сентябрендәге 1549-сы ҡарары: https://vk.cc/cgjyyt

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: