Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2022, 12:42

"Иң яҡты байрам менән ҡотлайым!"

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина әсәләрҙе байрам менән ҡотлай.

"Иң яҡты байрам менән ҡотлайым!"
"Иң яҡты байрам менән ҡотлайым!"

"Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ҡәҙерле әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр!
💐Һеҙҙе ихлас күңелдән иң яҡты байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым! Доньяла әсә һөйөүенән дә эскерһеҙерәк һәм ҡиммәтерәк бер нәмә лә юҡ. Әсәнең бөтмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ауырлыҡтарҙан ҡурсалай, иң ауыр ваҡыттарҙа ышаныслы таяныс һәм ҡалҡан булып тора. Борон-борондан халҡыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы мөнәсәбәт булған: ил инәләренең һүҙен тотҡандар, ҡыҙҙарҙың ҡыйыулығын хуплағандар, ир-ат яуҙа саҡта йорт именлеген һаҡлаған ҡатындарҙың фиҙакәрлеген данлағандар. Милләтте тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, халҡыбыҙҙың арҡа һөйәген, еңелмәҫ һәм бойһонмаҫ рух ҡеүәтен тотоп тороусы, алға әйҙәүсе һәм тел һағында тороусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ. Һеҙҙе оло байрам менән тәбрикләп, бәрәкәтле оҙон  ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаиләләрегеҙгә именлек, балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға уңыштар теләйем! Ғәзиз балаларығыҙҙың изгелен күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә насип булһын!" - тип яҙған депутат социаль селтәрҙә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: