Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2022, 07:51

Декабрь ниндәй буласаҡ?

Башҡортостан синоптиктары ҡыштың тәүге айына көн торошон фаразланы.

Декабрь ниндәй буласаҡ?Декабрь ниндәй буласаҡ?
Декабрь ниндәй буласаҡ?

Электрогазета.рф яҙыуынса, синоптиктар быйылғы декабрҙең ғәҙәттәгенән һыуығыраҡ буласағын күҙаллаған. Һауа температураһы уртаса -10,8 градусты күрһәтәсәк. Шул уҡ ваҡытта Гисметео порталы -33 градус һыуыҡты фаразлай.

Термометр бағанаһы 3 декабрҙә үк һиҙелерлек төшәсәк икән. Көндөҙ - 16, төндә 25 градус һыуыҡ булыуы ихтимал. Бындай көндәр 11 декабргәсә дауам итәсәк.

Иң һыуыҡ көндәр айҙың һуңғы аҙнаһына тура килә, 27 декабрҙә көндөҙ - 27, төндә 33 градус булыуы ихтимал.

31 декабрҙә генә бер аҙ йылыта башлай.

Фото: Автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас