Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2022, 15:30

Башҡортостанда ҡоҙоҡта йоҡлап киткән дүрт ирҙең янғын сығып тәндәре бешкән

26 ноябрҙә Стәрлетамаҡтың Профсоюз урамында сүп-сар янғанда дүрт кеше зыян күргән, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

Башҡортостанда ҡоҙоҡта йоҡлап киткән дүрт ирҙең янғын сығып тәндәре бешкән
Башҡортостанда ҡоҙоҡта йоҡлап киткән дүрт ирҙең янғын сығып тәндәре бешкән

Сүп-сар янған ваҡытта ҡоҙоҡта дүрт ир йоҡлап ятҡан. Уларҙың береһе уянып киткән һәм янғынды күреп ҡалған һәм ярҙам һорап күрше бинаға йүгергән. Ярҙамға килгән ир янғын һүндереүселәрҙе һәм табиптарҙы саҡырған, һуңынан ҡалған өс ирҙе сығарған.

49, 40 (2) һәм 36 йәшлек зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: