15,7 мең гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү һәм үрсетеү буйынса эштәр башҡарылған.
"Урмандарҙы ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртып, йыл һайынғы ыңғай динамиканы һаҡлайбыҙ. Быйыл күрһәткес йәнә арттырып үтәлде һәм 119 процент тәшкил итте, ә план буйынса 97,5 процент ине», - тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
6,5 мең гектарҙан ашыу урман культуралары ултыртылған, уларҙың төп өлөшөн хужалыҡ өсөн ҡиммәтле ылыҫлы ағастар биләй. Урмандарҙы тергеҙеү буйынса иң ҙур күләмдәге эштәр Белорет, Йылайыр, Ағиҙел һәм Бөрйән райондарында башҡарылған.
2023 йылға республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре алдында урмандарҙың 97,7% кәм булмаған нисбәтендә ҡалдырылыу һәм яңыртып етештереү балансына ирешеү бурысы тора.
Фото: Т. Аманов