"Һаулыҡ марафоны"нда район хакимиәте вәкилдәре, үҙкә район дауаханаһының баш табибы, Өфөнән медицина белгестәре һәм үҙ һаулығына битараф булмағандар ҡатнашты.
Марафон гимнастиканан башланды. Уны Рәсәйҙең самбо һәм дзюдо буйынса спорт мастеры, самбо буйынса донъя чемпионы Татьяна Мазур үткәрҙе.
Төньяҡ (скандинав) йөрөшө буйынса оҫталыҡ дәресе лә булды. Килгән халыҡ табип консультацияһы ла алды, инфаркт буйынса лекция тыңланы.
Сара Бөтә Рәсәй «10 000 шагов к жизни» сәләмәтлек акцияһында ҡатнашыу менән тамамланды - халыҡ парк буйлап атларға сыҡты.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәтенән.