Стәрлетамаҡ ҡалаһында йылылыҡ трассаһы ҡоҙоғонда дүрт ир йоҡлап ятҡанда сүп-сар янып киткән. Ирҙәрҙең береһе уянып, ҡоҙоҡтан сыҡҡан да, күрше бинаға барып, "Тиҙ ярҙам", янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Шунан кире әйләнеп килеп, иптәштәрен ут эсенән алып сыҡҡан. Ирҙәрҙең дүртәүһе лә дауаханаға оҙатылған. 1973, 1986 йылғы ирҙәр үтә ауыр хәлдә, 1982 йылғы ирҙәрҙең береһенең хәле уртаса ауырлыҡта, икенсеһе еңелерәк ҡотолған - табандары ғына бешкән.
Уҙған тәүлектә республикала 23 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың алтауһы шәхси секторҙа теркәлгән.
Ҡалтасы ауылының Гагарин урамында ике фатирлы ағас йорт янған. Билдәле булыуынса, фатирҙың береһендә ваҡытлыса бер кем дә йәшәмәй, икенсеһендә алты кешенән торған күп балалы ғаилә торған (ата-әсә, дүрт бала). Янғын башланғанда өйҙә ата-әсә, ике бала һәм тағы бер ир булып, утты һүндереү барышында уның һәләк булыуы асыҡланған. Ата-әсә һәм балалар эвакуацияланған. Балаларҙың береһен дауаханаға һалғандар. 2013 һәм 2011 йылғы ике бала янғын сыҡҡанда туғандарында булған.
Янғынды һүндереүгә ете кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән. Ата-әсәнең һүҙе буйынса, күп балалы ғаиләгә бушлай ҡуйылған янғынды иҫкәртеүсе прибор эшләгән.
Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.