Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 20:05

"Ул көрәште ихлас яратты"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә үткәрелгән көрәш буйынса  Бөтә Рәсәй турниры тураһында үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.    

"Ул  көрәште ихлас яратты"
"Ул көрәште ихлас яратты"

 

 

“Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры башланды. Яугир, Ватаныбыҙ һаҡсыһы, илһөйәр шәхес ине ул. Артур Фәрүәз улы Башҡортостанда милли көрәште үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы, көрәште ихлас яратты һәм спортсыларға ярҙам итте. Уның иҫтәлегенә тәүге турнирҙы 2019 йылда үткәргәйнек, һуңынан пандемия арҡаһында ике йылға тәнәфес яһаныҡ.

   Көрәш Башҡортостандан ситтә лә популяр - ярыштарға илдең төрлө мөйөштәренән, Калининградтан алып Камчаткаға тиклем, спортсылар килде. Турнирҙа бөтәһе 140 кеше ҡатнаша, 64 көрәшсе - Башҡортостандан.

   Барыһына ла лайыҡлы еңеүҙәр!”- тигән ул.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в