Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 19:19

Тамаҡты дауалағанда нимәләр ҡулланырға ярамай?

Рәсәй отоларингологы кәңәш бирә.

Тамаҡты дауалағанда нимәләр ҡулланырға ярамай?
Тамаҡты дауалағанда нимәләр ҡулланырға ярамай?

Лор-табип Владимир Зайцев тамаҡ ауыртҡанда дауаланыу өсөн ҡайһы бер сараларҙы ҡулланыу хәүефле булыуын белдерә. Мәҫәлән, кеүәҫ, алкоголь, спиртлы төнәтмәләр сирҙе аҙҙырасаҡ. Шулай уҡ танауға һарымһаҡ, һуған, ҡара торма, сөгөлдөр һуты һалырға ярамай.

Бынан тыш, табип, рационда үтә һыуыҡ йә эҫе ризыҡ булмаһын, ти.

Медицина белгесенә күренеү иң яҡшыһы, шулай ҙа аҡ май һалынған йылы һөт хәлегеҙҙе еңеләйтәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: