Бер йылда шулай өс тапҡыр ингән һәм өсөһөндә лә түләмәгән. Һәр ингәнендә телефондан аҡса күсерҙем, тип ялған чек күрһәтә икән ул. Һуңғыһында, бына яңыраҡ ҡына, битен таҙарттырған һәм ҡашын буятҡан. Әлеге лә баяғы телефондан ялған чек һонған ханым. Тик был юлы салон хеҙмәткәрҙәре иғтибарлыраҡ булған - тотолған теге.
31 йәшлек ҡатын бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән аферистка булып сыҡҡан. Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан был матурлыҡ салонын 20 мең һумға алдаған. Уға йәнә лә мутлашыу буйынса енәйәт эше асылған.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, ти беҙҙең халыҡ.
Фото: МВД по РБ.