Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 16:35

Республикала йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты насар һауа торошо хаҡында иҫкәртә.

Республикала йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртәләр
Республикала йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртәләр

27 ноябрҙә республиканың айырым райондарында боҙлауыҡ булыуы, томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә.

Һауа температураһы төндә - 8 - 13 градус, аяҙытҡанда 15 - 20 градус, көнсығыш райондарҙа 28 градусҡа тиклем, көндөҙ - 7-12, көнсығыш райондарҙа 17 градусҡа тиклем һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: