Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 16:18

Рәсәйҙә хәләл аҙыҡ-түлек етештереү һәм һатыу артасаҡ

Төркиәнең Истанбул ҡалаһында үткән VIII Бөтә донъя хәләл продукцияһы, "Хәләл эскпо" Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы күргәҙмәләрендә Рәсәй уңышлы сығыш яһаны.

Рәсәйҙә хәләл аҙыҡ-түлек етештереү һәм һатыу артасаҡ
Рәсәйҙә хәләл аҙыҡ-түлек етештереү һәм һатыу артасаҡ

"Роскачество" хеҙмәте етәксеһе Максим Протасов белдереүенсә, беҙҙең илдә хәләл продукция етештереү күләме артасаҡ.

Әйткәндәй, хәләл ризыҡтар өлөшө донъя иҡтисадында әһәмиәтле урын ала бара. Быға мосолман халҡының артыуы ла, кешенең хәләл аҙыҡ-түлеккә ышанысы ла йоғонто яһай.

Белгестәр фаразлауынса, 2025 йылға ҡулланыусыларҙың барлыҡ сығымының - 20, ә 2030 йылға 30 проценты хәләл продукцияға тура киләсәк. Әле был күрһәткес 17 процент тәшкил итә.

Рәсәй хәләл продукцияны экспортлауҙы ла үҫтермәксе. Былтыр, мәҫәлән, Фарсы ҡултығы дәүләттәренә 180 миллион долларлыҡ продукция сығарған. Был - рекордлы күрһәткес. 2024 йылға ғәрәп илдәренә һатылған хәләл тауарыбыҙ 400 млн долларға етәсәге күҙаллана.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: