Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 19:00

Козинак

Козинакты үҙебеҙ әҙерләйбеҙ.

Козинак
Козинак

150 г таҙартылған көнбағыш, 30 г кунжут,180 г бал,  40 г шәкәр, ярты лимон һуты кәрәк.

Көнбағышты һәм кунжутты алтын төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Кәстрүлдә балды иретеп, шәкәр, лимон һуты өҫтәп, шәкәр ирегәнсе талғын утта тоторға. Көнбағыш менән кунжутты һалып, 15 минут тирәһе яй ғына утта бешерергә. Ҡатнашма бер аҙ төҫөн үҙгәртә, ҡуйыра. Йәйенке тарелканы һыуларға һәм ҡатнашманы һалырға. Һыулы ҡулдар менән өҫтөн тигеҙләп, тығыҙларға. Ярты сәғәт һыуытырға. Унан тәрилкәнең аҫтын йылытып, ҡуптарып алып пергаментҡа һалырға һәм 5 минуттан ромбиктарға ҡырҡырға.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: