Кишер – 600 г
Әфлисун – 1 дана
Бал – 100 г
Лимон – 1 дана
Сәтләүектәр – 5 стакан (күләмен үҙегеҙ билдәләй алаһығыҙ)
Кардамон – ярты балғалаҡ
Әҙерләү: Кишерҙе эре ҡырғыста ҡырырға. Эҫе табаға һалып, бер аҙ ҡыҙҙырырға. Әфлисун менән лимонды әрсеп, һутын һығырға. Кишергә өҫтәргә һәм бал ҡушырға. Иң аҙаҡтан кардамон һалырға. Массаны ҡуйырғансы бешерергә. Ваҡланған сәтләүектәрҙә әүәләп, кәнфит формаһы бирергә генә ҡала.
Тәмле булһын!
(Әлегә был рецепты ҡулланып ҡараманыҡ)