

26 һәм 27 ноябрҙә өфөләр республика етештереүселәренән яңы һуйылған ит, йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.
Шәмбе Хәҡиҡәт урамы буйлап Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге автомобиль юлы участкаһында, Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се һәм 20-се йорттар ҡаршыһында, «Тулҡын» паркы янында, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа, шулай уҡ Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда йәрминкәләр ойошторола.
Сауҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.
Фото: Башинформ.