Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 19:40

"Иң-иң"дәр тәбрикләнде

  Баш ҡалалағы ВДНХ-Экспо күргәҙмәһендә  “Беҙҙең бренд” күргәҙмәһе үтте.

"Иң-иң"дәр тәбрикләнде
"Иң-иң"дәр тәбрикләнде

 

Унда 100-ҙән ашыу эре компания үҙҙәренең экологик яҡтан таҙа фермер  продукцияһын тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар –  Башҡортостанда һәм унан ситтә киң билдәле урындағы ауыл хужалығы етешетереүселәре: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативтары, шәхси эшҡыуарҙар.

 Ассортиментта ит, сырҙар, һөт аҙыҡтары, колбаса, икмәк-күмәс, кондитер ризыҡтары, бал, төрлө эсемлектәр тәҡдим ителде.

Бөгөнгө йомғаҡлау сараһында ҡатнашыусылар һәм “Беҙҙең бренд. Халыҡ араһында танылыу” онлайн- тауыш биреү конкурсында  еңеүселәр тәбрикләнде. Еңеүселәр араһында Шишмә емеш-еләк питомнигы, “Бай” ауыл хужалығы кооперативы бар.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: