Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 14:00

Борайҙар батыр улы менән бәхилләште

Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев: - 24 ноябрҙә беҙ сираттағы яҡташыбыҙҙы, Ҡолай ауылында тыуып үҫкән Алмас Рәшит улы Хәбибуллинды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ул өлөшләтә мобилизация буйынса октябрь айында хәрби хеҙмәткә алынған ине.

Борайҙар батыр улы менән бәхилләште
Борайҙар батыр улы менән бәхилләште

Белешмә:

- Алмас 2000 йылдың 31 августында тыуған. Ҡайынлыҡ ауылы мәктәбен 2026 йылда тамамлағас, ул район үҙәгендә ауыл хужалығы колледжында уҡый. Егет тракторсы-ауыл хужалығы производствоһы машинисы һөнәрен алып "Урожай" ЯСЙ-һында эшләй башлай. Алмас 2018 йылдың ноябрендә әрмегә алынған, унан ҡайтҡас ике йыл механизатор була. Быйыл октябрь айында өлөшләтә мобилизация мәлендә СВО-ға алына.

Район хакимиәте башлығы соцселтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, яугир тыуған ауылында ерләнгән. "Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ", - тигән ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: