Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 19:10

"Барыһы ла осраҡлы рәүештә килеп сыҡты"

  Бөгөн Мәскәүҙең  Дәүләт Кремль һарайында “Щит и роза”  XIII  Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

"Барыһы ла осраҡлы рәүештә килеп сыҡты"
"Барыһы ла осраҡлы рәүештә килеп сыҡты"

 

 Ул бөтә ил буйынса иң яҡшы хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла.

 “Хеҙмәт бурысына тоғролоғо өсөн”  номинацияһына Рәсәй Хөкөм язаһын башҡарыу буйынса Башҡортостан идаралығы  белгесе Анастасия  Денисова тәҡдим ителгән. Ҡаһарман ханым ике йыл элек Мәләүездә янған йорт эсенән 14 йәшлек ҡыҙҙы һәм 11 йәшлек малайҙы ҡотҡарған.

“Мин был ғәмәлемде батырлыҡ, тип һанамайым. Барыһы ла осраҡлы рәүештә килеп сыҡты. Ремонт эшләп йөрөгәндә тәҙрәнән күрше йорттан шикле төтөн сығыуын күреп ҡалдым. Тәүҙә мунса яҡҡандарҙыр, тип уйланым. Шулай ҙа сығып ҡарарға булдым. Күршеләрҙә йортҡа төкөтөп эшләгән мунса яна ине. Мунса менән йортҡа инеү юлы бер булғас, балалар ут ялмап алған урындан сыға алмай тәҙрәнән сығырға маташа инеләр. Мин тәҙрәне ватып, балаларҙы сығарырға өлгөрҙөм, ялҡын залға үрмәләне. Һуңынан янғын һүндереүселәр  килеп етте”, – тип хәтерләй ул ваҡытты Анастасия.

Батыр ҡатын хөкөм язаһын башҡарыу системаһында  27 йыл эшләй.

Анастасия Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы һәм Республика менән идара итеү үҙәгенең “Ғорурланабыҙ!” тип аталған уртаҡ проекты геройҙарының береһе булды.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: