+15 °С
Болотло
Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
Бөгөн иртәнге сәғәт 11 тула 30 минут тирәһендә Благовар урамы эргәһендә Ағиҙел йылғаһында балыҡсының йылғаға төшөп китеүе тураһында мәғлүмәт килә. Урынға ҡотҡарыусылар килә, улар балыҡсыға аэроглиссер бортына менергә ярҙам итә һәм уны ярға алып сыға.
Медицина хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене тикшереп, дауаханаға алып киткән.
Фото: Т. Аманов