Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2022, 20:34

Америка коронавирустың йәнә бер төрөн сығарған?!

Рәсәй Ҡораллы көстәренең радиация, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре начальнигы Игорь Кириллов: "Тәжрибә үткәргәндә йәнлектәрҙең 80 проценты үлгән..."

Америка коронавирустың йәнә бер төрөн сығарған?!
Америка коронавирустың йәнә бер төрөн сығарған?!

Октябрҙә АҠШ-тың Бостон университетында коронавирусты яһалма барлыҡҡа килтереүсе матдә сығарылған. Ул “ухань” варианты һәм ”омикрон” штаммы нигеҙендә яһалған. Был модификацияланған вирус лаборатор йән эйәләренең 80 процентын үлтергән”, - тип белдергән Кириллов брифингта.

Тағы шуныһы: был яһалма вирус төрө үпкәне ныҡ зарарлай һәм булған антитәнсәләр күләмен 11 тапҡырға кәметә. Нимәһе хәүефле: әлеге вакциналар уға ҡаршы тора алмаясаҡ...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: