Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уртаса 23,8%, 6,7% һәм 5,6% артҡан, килограмы 105,06 һум, 121,58 һум һәм 25,35 һум тәшкил иткән. “Башстат” баҫтырып сығарған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй.
Шулай уҡ ошо осорҙа сөгөлдөргә һәм бешкән колбасаға хаҡтар һиҙелерлек – 3,27 процентҡа артҡан.
Бер аҙнала Башҡортостанда ҡарабойҙай һәм балалар өсөн йәшелсә консервалары арзанайған - 3,4% һәм 2,8%. Хәҙер ул 80,87 һум һәм 589,10 һум тора.
Фото: Т. Аманов