Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 17:30

Юл фажиғәләре - 24 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 12 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 24 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 24 ноябрь
Юл фажиғәләре - 24 ноябрь

Кисен Мишкә районының Баймырҙа ауылында Пермь крайынан 41 йәшлек ир "Renault Logan SR" машинаһында юлдан осҡан. Йәрәхәтләнгән водитель дауаханаға оҙатылған. 

Тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 1.345 мл алкоголь булыуын күрһәткән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Иҫерек килеш автомобиль менән идара итеү - енәйәткә тиң: тәүге тапҡыр эләкһә, водителгә ҙур штраф янай, ә ҡабаттан эләкһә - иректән мәхрүм ителеүе лә мөмкин.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: