Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 09:05

«Янғантау» геопаркына мауыҡтырғыс сәйәхәт

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының ”Балалар туризмы” программаһы буйынса Балаҡатай районы уҡыусылары геопаркта ике көнлөк турҙа булды.

«Янғантау» геопаркына мауыҡтырғыс сәйәхәт
«Янғантау» геопаркына мауыҡтырғыс сәйәхәт

ЮНЕСКО исемлегендәге был геопарк – асыҡ һауалағы музей ул. Янғантауҙа барыһы ла тәбиғи – тауҙар, минералдар, геологик разрездар (ер ҡатламы киҫелеше).

Тәүге көндә балалар Ҡорғаҙаҡтан һыу эскән, Йүрүҙән йылғаһы аша һалынған аҫылмалы күперҙә булған, урындағы оҫталар яһаған сувенирҙарға һоҡланған.

Артабан йәш туристар Салауат Юлаевтың тыуған урынына – мемориаль комплексҡа барған. Әлбиттә, Иҙрис мәмерйәһенә лә ингән, Малаяҙҙа милли батырыбыҙға арналған музейҙы ҡараған. Сәйәхәттең икенсе көнөндә йәнә бер матур урынға барғандар – Мәсетле геологик разрезы бик үҙенсәлекле ер. Арҡауылдағы Рәми Ғарипов музейына ла ингәндәр. Ҡыҫҡа ғына ике көндә бай тәьҫораттар алып, күп нәмә белеп, республикабыҙҙың матур тәбиғәтенә тағы бер ҡабат һоҡланып ҡайтҡан балалар.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: