Тәмәке продукцияһын һатыу менән бәйле бизнесты үҫтереү һылтауы менән ир, төп сумманан 5 – 10 процент күләмендә артыҡ аҡса вәғәҙәләп, граждандарҙан бурысҡа аҡса алған. Шул уҡ ваҡытта ул бер ниндәй ҙә коммерция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнмәгән.
Уңышлы эшләү мөмкинлеген булдырыу өсөн бер нисә зыян күреүсегә аҡса яңы клиенттарҙың взностары иҫәбенә ҡайтарылған.
Ирҙең ҡылығынан һигеҙ кеше зыян күргән. Зыяндың дөйөм суммаһы 16 миллион һумдан ашҡан, уны ул үҙ ҡарамағына тотонған.
Мутлашыусы ғәйебен таныған. Суд уны 7 йылға иркенән мәхрүм итеп, дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү тураһында ҡарар сығарған, шулай уҡ килтерелгән зыянды түләттергән.
Фото: Т. Аманов