Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2022, 18:30

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

18-24 ноябрҙә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. 

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Бар авариялар ҙа Өфөлә булған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо уҡ осорҙа 800-ҙән ашыу автобусты тикшереп, 500-гә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡланған. Шул иҫәптән, бер автобус водителе тыйылған урында юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған;

64 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

36 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән; 

1 водитель телефондан һөйләшкәндә тотолған;

2 водитель - светофорҙың ҡыҙыл утын, 55 водитель юл билдәләрен инҡар иткән;

106 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған һ.б. 

Ошо йүнәлештә эш дауам итә.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в